10 декабрь, Шәмбе

05 июнь 2009 йыл, 17:40

Өфө ҡәлғәһенең 435 йыллығына арналған конференция

автор: Гөлнара Иҡсанова

7 июндә Өфө Үҙәк ҡала китапханаһының Үҫмерҙәр бүлегендә Рәсәй Мәҙәниәт фондының Башҡортостан филиалы һәм Өфө ҡала тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте 26-сы урта мәктәп һәм Рәсәй ислам университеты уҡытыусылары ҡатнашлығында Өфө ҡәлғәһенең 435 йыллығына арналған "Үткәнһеҙ киләсәк юҡ. Өфө — быуаттар аша ҡараш" ғилми-ғәмәли конференцияһы үткәрә. Конференцияла йәш тикшеренеүселәр, шулай уҡ уларҙың өлкән кәңәшсе-тәрбиәселәре — Флүрә Әхмәрова исемендәге Өфө ҡала тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәте ағзалары ла ҡатнаша. Конференцияла ҡатнашыусы уҡыусыларҙың барыһы ла — ҡала, республика, Рәсәй ижади һәм тыуған яҡты өйрәнеү конкурстарында еңеүселәр.

Конференция уҡыусыларҙы Өфөнөң тарихи үткәнен өйрәнеү буйынса үҙ аллы тикшеренеү эшенә йәлеп итеү, Флүрә Әхмәрова исемендәге Ҡала тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәте ағзалары менән аралашып, тыуған яҡты өйрәнеү эше тәжрибәһенә эйә булыу, башҡорттар төйәгенең тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау маҡсатында үткәрелә. Рәсәй ислам университеты уҡытыусыларҙың һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең үтенесе буйынса конференция өсөн ҡатнашыусыларҙың докладтары тезистарын әҙерләй. Конференцияла ҡатнашыусыларҙың барыһы ла иҫтәлекле дипломдар һәм бүләктәр аласаҡ. Ә уның һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы һәм лайыҡлы материалдар йыл һайын сығарылып килгән "Яҙмыштарҙы бәйләүсе еп" (Судеб связующая нить") тыуған яҡты өйрәнеү альманахының алтынсы томына инәсәк.