6 декабрь, Шишәмбе

05 июнь 2009 йыл, 17:39

Республикала бензинға хаҡтар күтәрелә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Республикала бөгөндән бензин ҡиммәтәйә. "Башкирнефтепродукт" асыҡ акционерҙар йәмғиәте бөтә автозаправка станцияларында бензиндың бөтә маркаларына хаҡты бер һумға арттыра. Дизель яғыулығы 50 тингә ҡиммәтәйә.

"Башкирнефтепродукт" акционерҙар йәмғиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хаҡтарҙы арттырыу яғыулыҡты күмәртәләп һатыу баҙарындағы процестарға бәйле. Был айҙа май менән сағыштырғанда етештереүсе заводтарҙан яғыулыҡты һатып алыу хаҡтары 37 процентҡа күтәрелде.