Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Финанс идаралыҡтары начальниктары әҙерлек үтә

Йәмғиәт

БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү буйынса академияһының квалификацияны күтәреү факультетында "Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының финанс һәм бюджет сәйәсәте" программаһы буйынса өс көнлөк курстар башланды. Унда БР Финанс министрлығының 60-тан ашыу территориаль финанс идаралығы начальнигы йыйылды.

Уҡытыу модуль системаһы буйынса алып барыла: беренсе модуль финанстар менән идара итеүгә арналған, икенсеһе — дәүләт граждандар хеҙмәтенең хоҡуҡи һәм ойоштороу тәьминәтенә.

Республика бюджет сәйәсәтенең төп йүнәлештәре менән тыңлаусыларҙы БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, финанс министры Айрат Ғәскәров таныштырҙы. Профессиональ һөйләшеү түңәрәк өҫтәлдә дауам итте, унда БР финанс министрының бөтә урынбаҫарҙары ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть