Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Кешелек потенциалын үҫтереү тураһында доклад презентацияланасаҡ

Йәмғиәт

9 июндә Өфөлә, Конгресс-холда, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Үҫеш программаһының Рәсәй Федерацияһындағы вәкиллеге ярҙамында сығарылған Рәсәйҙә беренсе төбәк Докладын — Башҡортостан Республикаһында кешелек потенциалын үҫтереү тураһында докладты презентациялау үткәреләсәк.

Башҡортостан Республикаһында кешелек потенциалын үҫтереү тураһында доклад БР Фәндәр академияһының Социаль һәм сәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге, республиканың башҡа төп ғилми үҙәктәре авторҙары коллективы тарафынан әҙерләнгән. Докладты әҙерләүҙә М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты һәм БМО Үҫеш программаһының Рәсәй Федерацияһындағы вәкиллеге эксперттары һәм фәнни консультанттары әүҙем ҡатнашты.

Авторҙар коллективы кешелек потенциалын үҫтереү концепцияһына ярашлы Башҡортостан Республикаһында һәм республиканың айырым социаль-иҡтисади райондарында кешелек үҫешенең төп күрһәткестәренә һәм индикаторҙарына анализ яһаны.

Был көндө Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән БМО Үҫеш программаһының Рәсәй Федерацияһындағы вәкиллеге араһында хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйырға планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть