Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Медицина ярҙамы сифатына идара итеү эше

Йәмғиәт

Башҡортостанда медицина ярҙамы сифатына идара итеү буйынса эш яҡшы кимәлдә ойошторолған. Был турала "Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш өлкәһендәге контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеген камиллаштырыу" төбәк-ара конгресында Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Ирина Серегина хәбәр итте.

"Республикала медицина ярҙамы сифаты мәсьәләләре буйынса төп норматив-хоҡуҡи документтар раҫланған, — тине Ирина Федоровна. — Атап әйткәндә, медицина ярҙамы сифатына контроль яһау тәртибе, методикаһы һәм технологияһы, уны баһалау буйынса эксперт картаһы формаһы, медицина ярҙамы күрһәтеү дефекттары исемлеге, һаулыҡ һаҡлау менән идара итеүҙең төрлө кимәлдәрендә һәм медицина ойошмаларында был экспертиза һөҙөмтәләре мониторингы өсөн медицина ярҙамы сифатына экспертиза буйынса отчет формалары, медицина ярҙамы сифатына экспертиза һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәтте автоматлаштырылған йыйыу тәртибе билдәләнде".

Ирина Серегина, медицина ярҙамы сифатына идара итеү эше әлегә төбәктәр кимәлендә генә уңышлы алып барыла, тип айырып билдәләне. "Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәй Федерацияһы был мәсьәләлә үҙ субъекттарынан ҡалыша", — тине ул.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть