8 декабрь, Кесе йома

05 июнь 2009 йыл, 17:33

Ауыл эшҡыуарҙары лизингҡа техника ала ала

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостанда агросәнәғәт комплексында эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур ярҙам күрһәтелә. Мәҫәлән, быйыл республика бюджетынан ауыл хужалығы техникаһы: 230 трактор һәм 450 берәмектән ашыу башҡа ауыл хужалығы машиналары һатып алыуға 200 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Бында субсидиялаштырыу уларҙың хаҡының 60 процентҡа тиклемен тәшкил итә, биш йылға тиклем бүлеп түләү рөхсәт ителә. Был мәғлүмәттәр БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров, БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Зәйнуллин ҡатнашлығында үткән матбуғат конференцияһында килтерелде.

Ысынында ауыл халҡы лизингка бирелгән техника хаҡының 40 процентын түләй. Мәҫәлән, "Беларус 82.1" тракторы өсөн ай һайын түләүҙәр өс мең һумға яҡын тәшкил итәсәк, ә был инде ауыл халҡының хәленән килерлек сумма. Етмәһә, лизингка килгән предметтың хаҡы уны тапшырыу моментына билдәләнә һәм шул көйөнсә һаҡлана.

Шулай уҡ республика бюджетынан техника һәм һөт эшкәртеү өсөн ҡорамалдар, шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһы менән сығып һатыу итеү өсөн махсуслаштырылған автофургондар һатып алыуға 100 миллион һум бүленә.

Бынан тыш, ҙур агросәнәғәт хужалыҡтары юғары продуктлы тоҡомло мал һатып алыуға 150 миллион һум аласаҡ. Республика бюджетынан өҫтәмә рәүештә шәхси ярҙамсы хужалыҡтар өсөн ҡош-ҡорт һатып алыуға тағы 100 миллион һум бүленә.

Шулай итеп, бизнес менән шөғөлләнергә теләгән ауыл халҡы дәүләт яғынан реаль ярҙам тоя.