7 декабрь, Шаршамбы

05 июнь 2009 йыл, 17:32

Экологтар көнө менән!

«Башинформ»

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республиканың тәбиғәтте һаҡлау хеҙмәте хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары — бөгөн билдәләнгән Экологтар көнө менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:

"Тәбиғәтте һаҡлау хеҙмәттәренең хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ — Экологтар көнө менән ихлас ҡотлайым!

Башҡортостан — Рәсәй Федерацияһының индустриаль яҡтан алға киткән төп төбәктәренең береһе. Тирә-яҡ мөхитте, ҡабатланмаҫ тәбиғәтте һаҡлау, бай тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу, экологик именлекте һәм кешеләрҙең сәләмәтлеген нығытыу мәсьәләләренә беҙҙә айырым иғтибар бирелә.

"Башҡортостан Республикаһы экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары" айырым маҡсатлы программаһы уңышлы үтәлә. Экологик именлекте тәьмин итеү буйынса норматив хоҡуҡ базаһы камиллаша. Предприятиелар, технологик процестарҙың һәм сығарылған продукцияның экологик талаптарға яуап биреүен тәьмин итеп, етештереүҙе модернизациялай. Һуңғы йылдарҙа республика ошо көнүҙәк мәсьәлә буйынса Рәсәй кимәлендәге мөһим кәңәшмәләр һәм конференцияларҙы үткәреү урынына әүерелә бара.

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙа өлгәшелгән уңыштар — изге эшкә тоғро ысын профессионалдар — юғары квалификациялы белгестәрҙең тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе ул!

Беҙҙә тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлау һәм тулыландырыу бурыстары артабан да эҙмә-эҙлекле, системалы тормошҡа ашырылыр, тирә-яҡ мөхит кешеләрҙе үҙенең йомартлығы һәм ҡабатланмаҫ гүзәллеге менән һәр саҡ ҡыуандырһын өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнер, тип ышанам.

Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм бөтә Рәсәй хаҡына хеҙмәтегеҙҙә артабан да уңыштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов".