11 декабрь, Йәкшәмбе

04 июнь 2009 йыл, 17:38

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина ярҙамы сифатына ҙур иғтибар бирә

автор: Елена Макушина

2008 йылда һәм 2009 йылдың беренсе ярты йыллығында БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы муниципаль һәм шәхси һаулыҡ һаҡлау системаһы субъекттарының медицина ярҙамы күрһәтеүе сифатына контроль яһау маҡсатында 91 планлы тикшереү үткәрҙе. Шулай уҡ граждандарҙың һәм юридик шәхестәрҙең мөрәжәғәттәре факттары буйынса 17 пландан тыш тикшереү үткәрелде.

БР һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Зөфәр Мортазин "Башинформ" агентлығына хәбәр итеүенсә, 12 муниципаль дауалау-профилактика учреждениеһында һәм биш шәхси клиникала медицина ярҙамы күрһәтеү федераль стандарттарға тап килмәүе асыҡланды.

"23 муниципаль һәм 10 шәхси медицина ойошмаһында медицина ярҙамы сифатына контроль тейешенсә ойошторолмаған, — тине Зөфәр Йәдкәр улы. — Алты дауалау- профилактика учреждениеһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эш насар ойошторолған".

Мортазин әйтеүенсә, хәҙерге ваҡытта күрһәтелгән медицина ярҙамы сифатының федераль стандарттарға тап килеүенә контроль яһау буйынса дәүләт хеҙмәтләндереүҙәре күрһәтеүҙең административ регламенттары системаһын әҙерләү буйынса эш тамамлана.