Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.91 ↑

EUR 69.68 ↑

27 июль, Кесе йома

Уфа   °

Монголияның һәр икенсе бал ҡорто - Башҡортостандан

Сәйәсәт

Монголия Башҡортостандан тәүге 600 бал ҡорто пакетын һәм 150 инә бал ҡортон көтә. Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарында тупланған был ҡиммәтле йөк бөгөн оҙатыласаҡ. Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, июндә тағы бер партия бал ҡорттарын оҙатырға планлаштырыла. Хәҙер, Монголиялағы һәр икенсе бал ҡорто — сығышы менән Башҡортостандан, тип тулы ышаныс менән раҫларға мөмкин буласаҡ.

Әйткәндәй, Монголия июнь айында Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге продукцияһын күрәсәк донъяның берҙән-бер иле түгел. 18-22 июндә ул Истанбулда Башҡортостан мәҙәниәте көндәрендә күргәҙмә-дегустацияла ла ҡатнашасаҡ. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, үҙ баҙарын сит продукция үтеп инеүҙән тырышып һаҡлаған Төркиә властары башҡорт балын хуплап ҡабул итә. Төркиәнән һуң сиратта — Япония.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть