3 декабрь, Шәмбе

04 июнь 2009 йыл, 17:35

Ассамблея съезы эшендә 700-ләп делегат ҡатнашасаҡ

автор: Булат Юлбарисов

БР халыҡтары ассамблеяһының II съезында 700-ләп делегат Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе йөҙҙән ашыу халыҡтар мәнфәғәттәрен сағылдырасаҡ, тип белдерҙе "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе Нияз Мәжитов.

— Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ҙур тарихи ваҡиғаға — БР халыҡтары ассамблеяһы съезына әҙерләнә, — тине Нияз Мәжитов. — Беҙҙең ойошма 2000 йылдан эшләй, уға республикабыҙ халыҡтары мәнфәғәттәрен сағылдырыусы 30-ҙан ашыу милли-ижтимағи берекмә инә. Ассамблея съезы тыуған илебеҙ халыҡтарының күп быуатлыҡ дуҫлығын нығытыу маҡсатында үткәрелә.

Уның әйтеүенсә, БР халыҡтары ассамблеяһы — бойондороҡһоҙ, автономиялы ойошма, әммә шул уҡ ваҡытта ул республиканың дәүләт власы органдары, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, республиканың милли-ижтимағи ойошмалары проблемаларҙы бергәләп хәл итергә тырыша, тип билдәләне. Күптән түгел генә БР халыҡтары ассамблеяһы составына ингән ойошмалар белем биреүҙең милли-төбәк компонентын яҡлау буйынса берлектәге саралар үткәрҙе. Бының менән Башҡортостан урыҫтары соборы Башҡарма комитеты рәйесе Владимир Самородов та килешә. Ул, милли-ижтимағи ойошмаларҙың һәм дәүләт власы органдарының милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу өлкәһендә тупланып эшләүе бөтә Рәсәй өсөн өлгө булып тора ала, тип өҫтәне. Алдағы съезд ваҡыт-ваҡыты менән Рәсәй территорияһында килеп тыуған милли проблемаларҙы хәл итеү өлкәһендә башланғыс булып торасаҡ, тигән ышаныс белдерҙе ул.

Матбуғат конференцияһында Ассамблея составына ингән татар ойошмалары исеменән "Рамазан" төрки милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Марат Шәрипов сығыш яһаны. Был съезда һәр халыҡ вәкилдәре сығыш яһай һәм үҙ проблемаларын йәмәғәтселеккә еткерә, уларҙы хәл итеү юлдарын бергәләп билдәләй аласаҡ, тине Марат Шәрипов.

Башҡортостан сыуаштары ҡанашаһы Башҡарма комитеты рәйесе Валерий Сидоров һәм "Эрвел Марий" мари милли-мәҙәни автономияһының Төбәк бүлексәһе рәйесе Павел Бикмурзин Башҡортостан Республикаһында милли телдәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса күрелгән саралар тураһында һөйләне.

— Башҡортостан Республикаһы — милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ҡороу өлкәһендә алдынғы урында, — тине Павел Бикмурзин. — Беҙҙең тәжрибәне эталон сифатында ҡарарға мөмкин. Һәм беҙ уны яҡшы күрһәтергә тейешбеҙ.