9 декабрь, Йома

04 июнь 2009 йыл, 17:33

"Башинформсвязь" йәмғиәтенең идара составы раҫланды

автор: Любовь Колоколова

"Башинформсвязь" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы йыллыҡ дөйөм йыйылышта 12 кешенән торған идара составын раҫланы. Был турала компанияның белдереүендә әйтелә. Идара рәйесе итеп ҡайтанан "Башинформсвязь" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Салауат Ғайсин һайланды.

Идара составына түбәндәге иптәштәр инде: Петр Квашнин — генераль директорҙың беренсе урынбаҫары; Рөстәм Сафиев — генераль директор урынбаҫары — коммерция директоры; Рафаиль Ибраһимов — генераль директор урынбаҫары; Рәсих Исҡужин -генераль директор урынбаҫары; Виктор Акульшин — "Өфө ҡала телефон селтәре" филиалы директоры; Гүзәл Насртдинова — баш бухгалтер; Флүзә Хәсәнова — акционерҙар капиталы һәм милекселек идаралығы начальнигы; Дон Дусов — персонал менән эшләү буйынса идаралыҡ начальнигы; Ольга Бирюкова — финанс-иҡтисад идаралығы начальнигы; Марс Латипов — техник эксплуатация идаралығы начальнигы; Азамат Шаморатов — маркетинг идаралығы начальнигы.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, "Башинформсвязь" асыҡ акционерҙар йәмғиәте — Башҡортостан Республикаһында төп элемтә операторы, ул төбәктең телекоммуникацион баҙарының 90 процентын биләй. Компанияның төп акционерҙары булып Рәсәй милекселеге (28,24 процента) һәм БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы (17,84 процента) тора.