Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Удмуртияның Дәүләт Йыйылышы рәсми делегацияһы килә

Сәйәсәт

Бөгөн Удмурт Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәсми делегацияһының Башҡортостанға сәфәре башлана. Ҡунаҡтар автомобиль транспорты менән килә, юл ыңғайы улар Николо-Березовкаға инеп сығалар. Бөгөн үк Башҡортостан баш ҡалаһына килеп, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йорто менән танышасаҡ, Парламент тарихы музейына һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы залына барасаҡ, Салауат Юлаев һәйкәленә экскурсия яһаясаҡ һәм Конгресс-холда буласаҡ.

5 майҙа Удмурт Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәсми делегацияһы ағзаларының БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫары Рафаил Зиннуров, республика парламентының профилле комитеттары рәйестәре һәм рәйес урынбаҫарҙары менән осрашыуы үткәреләсәк. Ҡунаҡтар шулай уҡ Башҡорт дәүләт аграр университетына барасаҡ, 21-се ҡала клиник дауаханаһында алкоголь менән ағыуланыуҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалау буйынса эш тәжрибәһе менән танышасаҡ. Ә "Башҡортостан" сауҙа үҙәгендә уларҙы Өфө ҡалаһы сауҙа предприятиеларының алкоголле эсемлектәрҙе ваҡлап һатыуҙы сикләү тураһындағы законды үтәү практикаһы менән танышыу көтә.

Бынан тыш, удмурт парламентарийҙары "Аҡбуҙат" ипподромында буласаҡ, Өфөнөң урындағы үҙидара органдарының алкоголле эсемлектәрҙе ваҡлап һатыуҙы сикләү тураһындағы законды үтәү өлкәһендәге эшмәкәрлеге менән танышасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть