4 декабрь, Йәкшәмбе

04 июнь 2009 йыл, 17:28

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыу уңышлы бара

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостанда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыу ға булышлыҡ итеү фонды комиссияһы эшләй. Ул республика ҡалаларында Фонд средстволарын йәлеп итеп, йорттарға капиталь ремонт үткәреү сифатын баһалай. Комиссияға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондының мониторинг департаменты директоры Нурали Резванов етәкселек итә. БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев менән осрашҡандан һуң ул журналистарға интервью бирҙе.

— Шуны айырып билдәләргә кәрәк, республика етәкселеге был мәсьәләләр спектрын контролдә тота, — тине федераль комиссия башлығы. — Шулай ҙа мин, республика халҡы үҙҙәре был эштә ҙур ҡыҙыҡһыныусанлыҡ күрһәтһен ине, тип теләйем. Йорт хужалары үҙҙәре нимәне ремонтларға, нисек ремонтларға икәнлеген билдәләргә һәм ремонттан һуң йортто ҡабул итеүсе комиссия булырға тейеш.

Комиссияның Туймазылағы эштәр барышы менән танышыуы хаҡында һөйләп, Нурали Резванов унда авария хәлендәге йорттарҙан халыҡты күсереү буйынса программа сиктәрендә аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшө әүҙемләштерелеүен билдәләне.

— Туймазыла аҙ ҡатлы йорттар төҙөлә. Территория иркен. Уларҙың хаҡы ла арзаныраҡ, тиҙерәк төҙөлә лә. Был фактты хупларға ғына кәрәк, — тине Резванов.