10 декабрь, Шәмбе

04 июнь 2009 йыл, 17:25

Президенттың яңы ярҙамсыһы тәғәйенләнде

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

Республика Президенты Мортаза Рәхимов Дәүләткилдин Азамат Хәким улын Башҡортостан Президенты ярҙамсыһы итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Азамат Дәүләткилдин 1947 йылдың 1 майында Сибай ҡалаһында тыуған. Ростов дәүләт университетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1964 йылда Баймаҡ көнкүреш комбинаты эшсеһе булып башлай.

1969-1970 йылдарҙа — Баймаҡ машиналар эшләү заводы инженер-технологы, инженеры, Баймаҡтың 39-сы ҡала һөнәрселек-техник училищеһында комсомол ойошмаһы секретары.

1970-1975 йылдарҙа Ростов дәүләт университетында уҡый. 1975-1992 йылдарҙа — Башҡортостан ауыл хужалығы институтының политэкономия кафедраһы ассистенты, өлкән уҡытыусы.

1992-1994 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт милкенә идара итеү буйынса дәүләт комитеты баш белгесе, бүлек начальнигы урынбаҫары.

1994-2000 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Территориялар һәм кадрҙар менән эшләү идаралығының территориялар менән эшләү бүлеге баш белгесе, мөдире урынбаҫары.

2000 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең эштәр идарасыһы булып эшләне.

Азамат Дәүләткилдин Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ.