3 декабрь, Шәмбе

04 июнь 2009 йыл, 17:23

Архангел районы хакимиәте башлығы тәғәйенләнде

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

2009 йылдың 3 июнендә Архангел ауылында Архангел районы муниципаль районы Советы ултырышы үткәрелде. Унда муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһында мәсьәлә ҡаралды.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Архангел районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Мәүлеҡасов Хәйҙәр Һаҙый улы тәғәйенләнде.

Хәйҙәр Мәүлеҡасов 1960 йылдың 22 апрелендә Күгәрсен районының Юлдыбай ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1977 йылда Күгәрсен районының "Искра" совхозы эшсеһе булып башлай. 1980 йылдан 1996 йылға тиклем Күгәрсен төҙөлөш-монтаж идаралығында тракторсы, "Искра" совхозында өлкән ветврач, Күгәрсен ветстанцияһында баш ветврач, "Мораҡ" совхозы директоры булып эшләй.

2000 йылдан 2002 йылға тиклем район Ауыл хужалығы идаралығының ауыл хужалығы продукцияһы һәм эшкәртеү продукттары сифаты буйынса баш инспектор, Күгәрсен ит әҙерләү комплексы директоры, "СНЭМА" акционерҙар йәмғиәтенең хужалыҡҡа идара итеү бүлеге начальнигы, Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Ветеринария идаралығының төп ветврачы була.

2002-2004 йылдарҙа Иглин районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары, Иглин районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булып эшләй.

2004 йылдан 2009 йылға тиклем Иглин районы муниципаль районы Советы секретары вазифаһын башҡара.

2009 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Территориялар һәм кадрҙар менән эшләү идараһы советнигы булып эшләне.