5 декабрь, Дүшәмбе

03 июнь 2009 йыл, 15:53

Башҡортостандан бизнес-проекттар иң яҡшылар иҫәбендә

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт университетының Сибай һәм Стәрлетамаҡ университеты командалары "Студенттар ирекле эшҡыуарлыҡта" халыҡ-ара конкурсының Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй этабында уңышлы сығыш яһаны.

Илебеҙ баш ҡалаһында йәштәребеҙ төрлө йүнәлештәге ете ҡыҙыҡлы һәм социаль мөһим проект тәҡдим итте. Жюри ағзалары Башҡортостандан студенттарҙың юғары кимәлдәге әҙерлеген билдәләне. Мәҫәлән, Сибайҙан студенттар бер йылда конкурсҡа ҡуйылған проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған өс фирманы теркәгән. Был фирмалар уларҙың ҡалаһында асылған бизнес-инкубатор сиктәрендә эшләй. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу эшҡыуарҙарҙың әүҙем ярҙамында алып барыла.

Ярыш йомғаҡтары буйынса Сибайҙан студенттар башта суперфиналға сыҡҡан алты команда иҫәбендә ине, ә һуңынан хатта өс призер составына инде. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты командаһы өсөнсө урын яуланы.

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы командаһы "Йыл дебюты" номинацияһында еңде һәм SIFE Рәсәй дипломына лайыҡ булды.

Әйтергә кәрәк, проекттарҙы яҡлау буйынса көрәш өс лигала көсөргәнешле барҙы. Бөтә Рәсәй этабы уйындарында илдең бөтәһе 24 юғары уҡыу йорто командаһы ҡатнашты.