8 декабрь, Кесе йома

03 июнь 2009 йыл, 15:51

Экологик именлек буйынса иң яҡшы белгесте билдәләйҙәр

автор: Марият Артюхова

"Экологик именлек буйынса иң яҡшы белгес-2009" икенсе Республика конкурсында бөгөн 80-гә яҡын кеше ҡатнаша. Ул "Тармаҡ-ара институт" дәүләттеке булмаған белем биреү учреждениеһы базаһында үтә, һәм уны үткәреү 5 июндә билдәләнгән Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөнә ҡарата тура килтерелгән.

Конкурстың беренсе этабында ҡатнашыусылар компьютерҙа тест менән һынау үтә, икенсеһендә — экологик именлекте тәьмин итеү өлкәһендә ситуация мәсьәләләрен сисә. Өсөнсө этап һорау-яуап форматында үтәсәк.

Был конкурстың төп маҡсаты — эш биреүселәрҙең һәм хеҙмәтсәндәрҙең иғтибарын тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләренә йәлеп итеү, предприятиеларҙың экологик именлекте тәьмин итеү өлкәһендәге хеҙмәттәре эшенең сифатын һәм һөҙөмтәлелеген күтәреү. Бынан тыш, белгестәр араһындағы ярыш экологик контролде ойоштороу кимәле юғары булған предприятиеларҙы асыҡларға ярҙам итәсәк. Уларҙың был эштәге ыңғай тәжрибәһе барыһына ла файҙалы.

Конкурсты ойоштороусылар иҫәпләүенсә, унда ҡатнашыу — үҙең тураһында белдереү, шулай уҡ экология буйынса Европа халыҡ-ара конференцияһында ҡатнашыу мөмкинлеге алыу ихтималлығы. Ҡатнашыусылар ебәргән предприятиелар өсөн иһә — был үҙ абруйын күтәреү мөмкинлеге.