8 декабрь, Кесе йома

03 июнь 2009 йыл, 15:49

Көслө агросәнәғәт комплексы - Рәсәйҙең ҡеүәтле үҫеш шарты

«Башинформ»

Өфөлә Рәсәй Федерацияһының Волга буйы федераль округындағы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика, край, өлкә комитеттары рәйестәренең зона кәңәшмәһе үтә. Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов унда ҡатнашыусыларға тәбрикләү һүҙе ебәрҙе. Унда шулай тиелә:

"Хөрмәтле иптәштәр!

Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһының ҡунаҡсыл ерендә ихлас тәбрикләйем!

Волга буйы федераль округы Рәсәй Федерацияһында һәр ваҡыт төп ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәрҙең береһе булды. Тулайым ауыл хужалығы продукцияһы сығарыу буйынса ул илдә тоторoҡло рәүештә алдынғы урындарҙы биләй. Башҡортостан Республикаһы үҫемлекселек һәм малсылыҡ продукцияһы етештереүгә тос өлөш индерә, йыл һайын ул дөйөм Рәсәй күләменең дүрт проценттан ашыуын етештерә.

Һөҙөмтәле аграр сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙа агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының эшмәкәрлеге ҙур роль уйнай. Профсоюз сағылдырған дәүләт һәм ауыл эшсәндәре мәнфәғәттәре төп нәмәлә тап килә. Тармаҡты үҫтереү, яҡшы хеҙмәт өсөн лайыҡлы эш хаҡы, хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары, хеҙмәт коллективтарында сәләмәт микроклимат, ауылда тотороҡлолоҡ булдырыу — социаль партнерлыҡтың төп бурыстары. Уларҙы хәл итеү юлдары Агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика комитеты, Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы, республиканың Аграр союзы, республиканың Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ассоциацияһы араһындағы агросәнәғәт комплексы буйынса Тармаҡ килешеүендә, коллектив договорҙарҙа бирелгән.

Һеҙҙең форум Рәсәй Федерацияһы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзын ойоштороуҙың 90 йыллығы йылында үтеүе менән дә мөһим. Агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының тарихы ил тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. Ул һәр ваҡыт аграр үҙгәртеп ҡороуҙар үткәреүҙә, баҫыу һәм ферма эшсәндәренә, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәтсәндәренә ярҙам итеүҙә дәүләттең тәүәккәл союздашы булды. Профсоюз бюджеты, колхозсыларҙың үҙәкләштерелгән фонды, социаль страховкалау фонды средстволарына меңәрләгән профсоюз ауыл клубтары, спорт ҡоролмалары, китапханалар, малсылар һәм механизаторҙар йорттары, шулай уҡ ауыл шифаханалары һәм балалар сәләмәтләндереү лагерҙары төҙөлдө.

Һеҙҙе һәм һеҙҙең йөҙҙә Рәсәй Федерацияһы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының бөтә ағзаларын матур юбилей менән ихлас ҡотлайым! Киләсәктә лә агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ауыл эшсәндәренең, профсоюз ағзаларының социаль-хеҙмәт хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен әүҙем яҡлаусы, туплаусы булып ҡалыр, тип ышанам. Һәр төбәктәге көслө агросәнәғәт комплекстары — бөтә Рәсәйҙең ҡеүәтле үҫеш шарты!

Һеҙгә уңышлы эш һәм республикабыҙҙа булыуҙан яҡшы тәьҫораттар алыуығыҙҙы теләйем. Ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм бәхет, Ватаныбыҙ хаҡына изге эштәрегеҙҙә уңыштар һеҙгә!

       Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов".