6 декабрь, Шишәмбе

03 июнь 2009 йыл, 15:46

ӨДАТУ-ла бюджет урындары һанын арттырҙылар

автор: Эльмира Сабирова

Өфө дәүләт авиация-техник университетында көндөҙгө бүлектең беренсе курсына уҡытыуҙың бюджет формаһы буйынса студенттар ҡабул итеү 300 урынға арттырылды.

Университеттың матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл мең ярымдан ашыу абитуриент был вуздың бушлай уҡыясаҡ беренсе курс студенты була ала. Шулай уҡ магистратураға һәм аспирантураға инеү өсөн бюджет урындары һаны ла арттырылды.

РФ Мәғариф һәм фән министрлығы етәкселеге беренсе курсҡа уҡырға инеүселәр өсөн бюджет урындары һанын кәметмәҫкә ҡарар итте. Дөрөҫ, элекке йылдарҙағы кеүек, гуманитарийҙар, иҡтисадсылар һәм педагогтар ҡабул итеү "ҡыҫҡартылды". Бушаған урындарҙы буласаҡ инженерҙар һәм тәбиғи фән профиле белгестәре тултырасаҡ. Тап ошо йүнәлештәр заманса иҡтисади шарттарҙа иң актуаль булып иҫәпләнә.

Мәҫәлән, ӨДАТУ-ла "Энергетика, электротехника һәм энергомашиналар" белгеслектәре төркөмө — 79, "Металдарҙы өйрәнеү, машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү" — 73, "Электроника, радиотехника һәм элемтә" — 66, "Авиация һәм ракета-космос техникаһы" 32 өҫтәмә урын алды. Шулай уҡ приборҙар эшләү, автоматлаштырыу һәм идара итеү, транспорт логистикаһы, йәшәйеш именлеге өлкәләренә буласаҡ белгестәр ҡабул итеү ҙә арттырылды.