5 декабрь, Дүшәмбе

03 июнь 2009 йыл, 15:43

Салауат медицинаһы алға ҙур аҙым яһаны

«Башинформ»

Салауатта "Салауатнефтьоргсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғиәте поликлиникаһы подразделениеларын үҙгәртеп ҡороуҙың сираттағы этабы башланды. Поликлиникала әлегә Рәсәйҙә аналогтары булмаған, Европа кимәлендәге цифрлы интеграцияланған лор-операция бүлексәһе асылды. Кarl Storz немец фирмаһының беренсе класлы ҡорамалын "Салауатнефтьоргсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғиәте һатып алды. Реконструкцияның дөйөм хаҡы 70 миллион һум тәшкил итә, шуның 50 миллионы операция блогына тотонолдо.

Лор-операция бүлексәһен асҡанда ҡунаҡтарға һәм журналистарға яңы ҡорамалдың бөтә функциональ мөмкинлектәре күрһәтелде. Яңы лор-операция блогы телемедицина офоҡтарын киңәйтә, видеоконференциялар һәм мастер-кластар үткәреү мөмкинлеге бирә. Был өҫтөнлөктө беренсе булып журналистар баһаланы.

— Ҡайһы бер хеҙмәтләндереүҙәр, әлбиттә, түләүле буласаҡ, — тине матбуғат конференцияһында "Салауатнефтьоргсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Дамир Шәүәлиев, — был ҡорамалдың ныҡ ҡиммәт булыуы менән аңлатыла. Компания ветерандары бушлай хеҙмәтләндереләсәк. Әммә шундай хәлдә лә Салауат медицинаһы алға ҙур аҙым яһаны, сөнки Башҡортостандың бөтә көньяҡ төбәге халҡы лор- операция бүлексәһендә сифатлы хеҙмәтләндереү аласаҡ. Хәҙер ҡатмарлы лор-операцияларҙы сит илгә бармайынса ла яһатырға мөмкин буласаҡ.