8 декабрь, Кесе йома

03 июнь 2009 йыл, 15:40

Республика йортонда осрашыу

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

2 июндә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Федерацияһы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Наталья Агапова менән эш осрашыуы үткәрҙе. Республикаға ул ошо көндәрҙә Өфөлә үткәрелгән агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Волга буйы федераль округындағы территориаль комитеттары рәйестәре кәңәшмәһендә ҡатнашыу өсөн килгән.

Осрашыу барышында Мортаза Рәхимов Наталья Агаповаға республика агросәнәғәт комплексының торошо һәм уның артабанғы үҫеш перспективалары хаҡында һөйләне. Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен социаль яҡлау, тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләү, ауылда социаль объекттар төҙөү мәсьәләләре тикшерелде.

Башҡортостан Президенты фекеренсә, йәш белгестәрҙе ауыл хужалығы етештереүенә йәлеп итеү һәм уларҙы нығытыу өсөн шарттар булдырырға кәрәк. Атап әйткәндә, республиканың ауыл биләмәләре сиктәрендә урынлашҡан агросәнәғәт комплексы ойошмаларында эшләүсе йәки эшләргә теләк белдергән йәш белгестәргә айлыҡ түләүҙәр: юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларға — 7 мең һум, урта һөнәри учреждениеларҙы тамамлаусыларға 4 мең һум күләмендә түләү билдәләнде. Шулай уҡ вуздарҙы тамамлаусыларға 100 мең һум, урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусыларға 60 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған пособиелар билдәләнде.

Әңгәмә барышында агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре аграр сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә, тип билдәләнде.

— Тармаҡтың үҫеше һәм сәскә атыуы, яҡшы хеҙмәт өсөн лайыҡлы түләү, хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары булдырыу, хеҙмәт коллективтарында сәләмәт микроклиматҡа, ауылда тотороҡлолоҡҡа булышлыҡ итеү — социаль партнерлыҡтың бурыстары бына ошо, — тине Мортаза Рәхимов.

Наталья Агапова агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Волга буйы округындағы территориаль комитеттары рәйестәре кәңәшмәһендә ҡарарға планлаштырылған мәсьәләләр хаҡында һөйләне. Ул, профсоюз форумының Башҡортостанда үткәрелеүе осраҡлы түгел, тип билдәләне.

— Республикала ауыл хужалығына ярҙам күрһәтеүгә һәм уны үҫтереүгә ғәйәт ҙур иғтибар бирелеүе ҡыуандыра. Зона семинарында ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар Башҡортостандан ҙур ыңғай тәжрибә алыр, тип ышанам, — тине Наталья Агапова.

Осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов, Башҡортостан агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Фәнил Шәйхлисламов ҡатнашты.