Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Балаларҙың йәйге ялына ярты миллиард һум аҡса йүнәлтелә

Йәмғиәт

Республикаға страховкаланған граждандарҙың балаларын сәләмәтләндереүгә бүленгән средстволар күләме йылдан-йыл арта. Әгәр былтыр РФ Социаль страховкалау фондының БР буйынса төбәк бүлексәһе тарафынан 520 миллион һум аҡса тотонолһа, 2009 йылға иһә был маҡсаттарға 579,2 миллион һум бүленде, был былтырғы сығымдарҙан 11,4 процентҡа күберәк.

Мәктәп йәшендәге балалар һанының кәмей барыуы фонында сәләмәтләндерелгән балалар һаны йылдан-йыл арта бара. Быйыл 169 мең самаһы баланың һаулығын нығытыу планлаштырыла, шуларҙан йыл әйләнәһенә эшләгән балалар шифаханаларында һәм санатор-сәләмәтләндереү лагерҙарында, шулай уҡ ҡаланан ситтәге стационар балалар сәләмәтләндереү лагерҙарында — 61,6 меңгә яҡын бала, көндөҙгө лагерҙарҙа 107 меңдән ашыу бала ял итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть