3 декабрь, Шәмбе

02 июнь 2009 йыл, 17:23

Салауат районы хакимиәте башлығы тәғәйенләнде

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

2009 йылдың 2 июнендә Салауат районының Малаяҙ ауылында Салауат районы муниципаль районы Советы ултырышы үткәрелде. Унда муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһында мәсьәлә ҡаралды.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Салауат районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Хәйретдинов Ғәли Ғәләүетдин улы тәғәйенләнде.

Ғәли Хәйретдинов 1958 йылда Күгәрсен районының Юлбаш ауылында тыуған. Мәскәү технология институтының Өфө филиалын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1983 йылда Мәләүез районының Арыҫлан совхозында спорт буйынса методист булып башлай. 1986 йылдан 1998 йылға тиклем Мәләүез районы Арыҫлан совхозының хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженеры, КПСС-тың Мәләүез ҡала комитеты инструкторы, Мәләүез территориаль күп тармаҡлы халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү производство берекмәһенең баш инженеры, Мәләүез "Яҙ" аяҡ кейеме етештереү-сауҙа предприятиеһы директоры вазифаларын биләй.

1998 йылдан 2006 йылға тиклем район хакимиәте башлығы урынбаҫары, "Яҙ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, Мәләүез ҡалаһы һәм районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булып эшләй.

2006 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Мәләүез районы муниципаль районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булды.

Ғәли Хәйретдинов "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре" исеменә лайыҡ.