Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

1700-ләп мәктәп лагеры балалар өсөн ишектәрен асасаҡ

Йәмғиәт

Быйыл йәй Башҡортостанда балалар өсөн 1700-ҙән ашыу көндөҙгө ял үҙәге асыласаҡ. Уларҙа 100 меңдән ашыу бала ял итәсәк. Өфөлә сәләмәтләндереү миҙгеле башланды ла инде. Баш ҡалала 148 мәктәп һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеһы эргәһендә лагерҙар ойошторолдо, улар 11 мең 300-ҙән ашыу баланы солғап алды.

БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эшләүсе ата-әсәләрҙең күбеһе балаһы йәйге каникул ваҡытында өлкәндәр ҡарауы аҫтында булһын, дөрөҫ туҡланһын һәм ваҡытын файҙалы итеп үткәрһен өсөн уны лагерға урынлаштырыуҙы өҫтөн күрә. Етмәһә, ҡала лагерына путевканы һәр ғаилә ала ала, сөнки унда балаларҙың ялы Социаль страховкалау средстволары иҫәбенә бушлай ойошторола.

Ата-әсәләргә бары буш ваҡыт программаһына ғына аҡса бүлергә тура киләсәк. Ҡала лагерында уҡыусыларға тәҡдим ителгән күңел асыуҙар араһында — театрға, кинотеатрға, музейға, боулингҡа, паркка походтар һәм башҡалар. Шулай уҡ смена барышында балалар өсөн төрлө конкурстар, спорт һәм интеллектуаль уйындар ойоштороласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть