5 декабрь, Дүшәмбе

02 июнь 2009 йыл, 17:20

Эшҡыуарҙарҙы форумға саҡыралар

автор: Эльвира Латипова

Республика эшҡыуарҙарын "Рәсәй-Европа: бәләкәй һәм урта бизнесҡа сикһеҙ хеҙмәттәшлек" бизнес-форумына саҡыралар. Ул 10-11 ноябрҙә Мәскәүҙә, Мәскәү Хөкүмәтенең күргәҙмә залында, үтәсәк.

Форумда Рәсәйҙең әҙер бизнес-проекттары (шул иҫәптән инвестицион проекты ла) булған төрлө эшмәкәрлек өлкәһендәге сәнәғәт компанияларының Европа бизнесы вәкилдәре менән һөйләшеүҙәре ойоштороласаҡ. Бының өсөн Мәскәү эшҡыуарҙар ассоциацияһы ҡатнашыусыларға проекттар әҙерләүҙә ярҙам күрһәтәсәк һәм потенциаль партнерҙар йәлеп итеү өсөн был проекттарҙы Европа илдәрендә рекламалауҙы тәьмин итәсәк.

Форум Мәскәүҙә ете сәнәғәт күргәҙмәһе менән параллель рәүештә үтәсәк, һәм унда ҡатнашыусылар был күргәҙмәләргә бушлай бара аласаҡ.

Форумда ҡатнашыу өсөн заявка тултырырға һәм уны түбәндәге адрес буйынса ойоштороу комитетына ебәрергә кәрәк: Мәскәү, Станиславский урамы, 22, 2-се корпус. Проекттар һәм хеҙмәттәшлек тураһында тәҡдимдәр исемлеге www.atlasinvest.ru сайтында урынлаштырыласаҡ.