11 декабрь, Йәкшәмбе

02 июнь 2009 йыл, 17:16

ӨМЭПБ вертолеттар өсөн двигателдәр етештереү майҙансығы булыуы ихтимал

автор: Эльвира Латипова

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе вертолеттар өсөн двигателдәр етештереү майҙансығы итеп һайланыуы ихтимал. Әлеге ваҡытта базаһында перспективалы производство майҙансыҡтары ойоштороу өсөн варианттар булараҡ Рәсәйҙең бер нисә предприятиеһы ҡарала.

— ӨМЭПБ-ла мөмкинлектәр бар, һәм был мөмкинлектәр ҙур, — тине журналистар менән интервьюһында Башҡортостанға эш сәфәре менән килгән Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Денис Мантуров.

ӨМЭПБ-ның генераль директоры Александр Артюхов Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһында вертолет двигателдәрен үҫтереү буйынса блок етәксеһе булып тора. Производствоны урынлаштырыуға килгәндә, бөтәһе лә срокка һәм тап ниндәй двигателдәр әҙерләнәсәгенә бәйләнгән, тине Денис Мантуров.

Хәҙерге ваҡытта заманса ветролеттар өсөн двигателдәрҙе Украина етештерә. Рәсәй уларҙан һатып ала. Үҙ производствоңды ойоштороу сит илдән һатып алыуҙы алмаштырыу мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәсәк. Әлегә украин двигателдәренән баш тартыу тураһында һөйләргә иртәрәк, әлбиттә.

ӨМЭПБ базаһында яңы двигателдәр производствоһын урынлашытырыу перспективаһы республика өсөн бик мөһим.

— Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә 20 мең самаһы кеше эшләй, ғаилә ағзалары менән бергә был тотош бер ҡала, — ти БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев. — Шуға күрә лә берекмәнең үҫеүе беҙҙең өсөн сиктән тыш мөһим.