4 декабрь, Йәкшәмбе

02 июнь 2009 йыл, 17:15

Балтас һәм Күгәрсен райондары Килешеү төҙөнө

автор: Булат Юлбарисов

Балтас һәм Күгәрсен райондары муниципаль райондары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Документҡа ярашлы, яҡтар хеҙмәттәшлекте бер-береһен ихтирам итеү, тиң хоҡуҡлылыҡ, партнерлыҡ һәм бер-береһенең мәнфәғәттәрен иҫәпкә алыу принциптары нигеҙендә ҡорорға һәм үҫтерергә ниәтләй. Район властары хужалыҡ итеү субъекттары, фән, мәҙәниәт, спорт, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары араһында тура бәйләнештәр урынлаштырыуға, берлектәге ойошмалар, производство филиалдары төҙөүгә булышлыҡ итеү, ауыл биләмәләре кимәлендә хеҙмәттәшлек урынлаштырыуға ярҙам итеү тураһында йөкләмә ала.

Яҡтар эшмәкәрлектең төрлө өлкәләрендә рәсми делегациялар һәм белгестәр менән алмашыу, урындағы хакимиәттәр һәм муниципаль ойошмаларҙың эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыуҙы ғәмәлгә индерергә планлаштыра. Килешеүҙең ғәмәлдә булыу срогы — 5 йыл.

Илеш менән Баймаҡ райондары араһында ла ошондай уҡ килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ, тип көтөлә.