6 декабрь, Шишәмбе

02 июнь 2009 йыл, 17:14

Төбәк-ара көйәрмәндәр ойошмаһы теркәлде

автор: Әлим Фәйезов

РФ Юстиция министрлығының БР буйынса идаралығы тарафынан "Салауат Юлаев" көйәрмәндәренең Төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы — "СоЮз"ды теркәү тураһында ҡарар ҡабул ителде, тип хәбәр итте Идаралыҡтың йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса етәксеһе ярҙамсыһы Андрей Игнатенко. Яңы ғына төҙөлгән коммерция булмаған ойошма уставынан күренеүенсә, "СоЮз"ды ойоштороусылар үҙ алдарына бик лайыҡлы маҡсаттар ҡуя. Был, атап әйткәндә, "клуб көйәрмәндәрен берләштереү, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау, хоккей клубын юғары спорт һөҙөмтәләренә өлгәшеүгә рухи дәртләндереү, хоккейҙы популярлаштырыу һәм пропагандалау, көйәрмәндең объектив, хоккейҙы аңлаған, агрессив булмаған, интернациональ һәм командаға тоғро кеүек ыңғай әхлаҡи йөҙөн формалаштырыу, көйәрмәндәр хәрәкәте инфраструктураһын булдырыу һәм күмәк спортты үҫтереү".

"СоЮз" ағзалары Өфөлә генә түгел, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында ла йәшәүе һәм эшләүе арҡаһында йәмәғәт ойошмаһы төбәк-ара статус алды. Атап әйткәндә, яңы коммерция булмаған ойошманың әле үк Мәскәүҙә, Санкт- Петербургта һәм Когалымда бүлексәләре бар.