9 декабрь, Йома

01 июнь 2009 йыл, 17:03

Балаларҙы һаҡларға кәрәк

автор: Марият Артюхова

Бөгөн балаларҙы яҡлау көнө. Статистикаға ярашлы (2008 йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр), был байрамды Башҡортостанда 482 мең самаһы бала билдәләй. Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы хәбәр итеүенсә, егерме йыл элек ун йәшкә тиклемге балалар һаны бер ярым тапҡырға күберәк — 764 мең — ине.

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала был йәштәге балалар һаны 497 мең булған. 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу араһындағы осор тыуым кимәле буйынса иң түбән булған. 1999 йылда, мәҫәлән, республикала ни бары 41,4 мең бала тыуған — был һуғыштан һуңғы йылдарҙағы иң түбән күрһәткес.

Һуңғы ун йылда төбәктә тыуым яңынан арта башланы. 2007 йылда 51,4 мең, 2008 йылда 54,5 мең сабый донъяға килде. Тыуым коэффициенты бөтә республика халҡынан бер мең кешегә 13,4 бала тыуыу тәшкил итте (Рәсәйҙә уртаса — 12,1). Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында беренсе урын биләй.

Статистиктар раҫлауынса, әлеге тыуым кимәле быуындар алмашыныуын ҡаплай алмай. Ябай үрсеү өсөн һәр ун ҡатын 22-23 бала табырға тейеш, ә хәҙерге ваҡыттағы кеүек 15 тирәһе түгел.

Шулай уҡ бала табыусыларҙың уртаса йәше артыу тенденцияһы күҙәтелә. Әгәр 1989 йылда ул 25,9 йәш тәшкил итһә, 2002 йылда — 26,8, 2007 йылда иһә — 27 йәш.

темалар: балалар, тыуым