2 декабрь, Йома

01 июнь 2009 йыл, 17:00

Студенттар лимонарийҙы яҡлап сығыш яһай

автор: Евгений Рәхимҡолов

Студенттар Өфө лимонарийының яҙмышы өсөн борсола. Республиканың Урман хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бер төркөм студент-биологтар Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевҡа Өфө лимонарийын һаҡлап алып ҡалыуға булышлыҡ итеүен үтенеп мөрәжәғәт ебәрҙе. Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенә лә ошондай уҡ хат ебәрелде.

Студенттар, был мөһим объект уның эргәһендә төҙөлөш алып барыуҙан зыян күрәсәк, тип борсола. Мәҫәлән, күптән түгел лимонарийҙың эргәһендә генә ҡунаҡхана комплексы һәм торлаҡ йорт һалынды.

Өфө лимонарийы бынан 18 йыл элек төҙөлгән һәм бер гектар майҙанды биләй. Йыл әйләнәһенә унда цитрус һәм экзотик үҫемлектәр үҫтерелә. Лимонарий эшләй башлағандан алып бында 200 меңдән ашыу кеше булып китте, улар иҫәбендә, мәктәп уҡыусылары, студенттар, пенсионерҙар, һәүәҫкәр баҡсасылар. Лимонарийға Япониянан, Германиянан, Австриянан, Нидерландтарҙан, Финляндиянан, Франциянан, Төркиәнән, Ҡытайҙан һәм башҡа илдәрҙән делегациялар ҡарарға килде. Унда даими рәүештә юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары, шулай уҡ балалар экологик-биологик үҙәктәрендә тәрбиәләнеүселәр менән ғәмәли һәм уҡыу дәрестәре үткәрелә.