Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Бөгөн - география һәм әҙәбиәт буйынса имтихан көнө

Йәмғиәт

1 июндә республика мәктәптәрен тамамлаусылар БДИ форматында ике имтихан тапшыралар. Был һайлау буйынса имтихандар: география һәм әҙәбиәт.

БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда был ике дисциплина буйынса имтихан тапшырыу өсөн бөтәһе 70 ҡабул итеү пункты асылған.

География буйынса берҙәм дәүләт имтиханын 180 минут (өс сәғәт) дауамында 1,5 мең уҡыусы тапшырасаҡ.

Әҙәбиәт буйынса имтиханға 240 минут (дүрт сәғәт) бүленгән, унда ла 1,5 меңгә яҡын уҡыусы ҡатнаша.

Һәр имтихан ҡабул итеү пунктында йәмәғәт күҙәтеүселәре һәм Дәүләт имтихан комиссияһы вәкилдәре эшләй. Улар БДИ-ны үткәреү тәртибенә контроллек итә.

География һәм әҙәбиәт буйынса БДИ һөҙөмтәләре бер аҙнанан һуң билдәле буласаҡ.

4 июндә сираттағы БДИ — мотлаҡ берҙәм дәүләт имтихандарынан икенсеһе — математика буйынса (беренсеһе — рус теле буйынса — 29 майҙа үтте).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть