9 декабрь, Йома

01 июнь 2009 йыл, 16:54

Өфөгә РФ сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары килде

автор: Эльвира Латипова

Рәсәй Федерацияһының сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Денис Мантуров Өфөгә килде.

Уның Өфөгә бер көнлөк сәфәре программаһында иҡтисади һәм социаль өлкә объекттары: "Фармстандарт-ӨфөВИТА", "Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе" асыҡ акционерҙар йәмғиәттәрендә, БР Йөҙөү федерацияһында булыу һәм эш осрашыуҙары үткәреү ҡаралған. Атап әйткәндә, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә Денис Мантуров авиация двигателе төҙөлөшө мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашасаҡ.