Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Президенттың Күгәрсен районы буйлап эш сәфәре

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов шәмбе көнө, 30 майҙа, Күгәрсен районы буйлап эш сәфәрендә йөрөп ҡайтты.

Республика райондарында яҙғы баҫыу эштәре тамамланыу айҡанлы һабантуйҙар башланды. Күгәрсендәрҙең һабантуйына почетлы ҡунаҡ булып килгән Мортаза Рәхимов ауыл халҡын сәсеү тамамланыу менән ҡотланы һәм иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә Дәүләт наградалары тапшырҙы.

Ғәҙәттәгесә, республика башлығының эш сәфәрендә социаль һәм иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеү күҙ уңынан ситтә ҡалмай. Был юлы ла ул ошо маҡсатта Сәйетҡол ауылына юл тотто. Бында Президент төп дөйөм белем биреү мәктәбенең яңы бинаһы төҙөлөшө менән танышты. Республика бюджетынан финансланған төҙөлөш 2009 йылдың 10 ғинуарында башланғайны, һәм уны яңы уҡыу йылы башланыуға тапшырырға планлаштыралар.

Президент 1860 йылда кантон идаралығы өсөн төҙөлгән һәм 1937 йылда балалар йорто итеп реконструкцияланған иҫке мәктәп бинаһын да ҡараны. Мәҙәни мираҫ объекты булып тороу сәбәпле, уны емермәҫкә ҡарар ителде. Ремонтлағандан һуң бында ауыл клубы, китапхана, почта бүлексәһе һәм медпункт урынлашасаҡ. "Кантон комплексы"ның икенсе бинаһында ауыл Советын урынлаштырырға күҙаллайҙар.

Мортаза Рәхимовты эш сәфәрендә БР Хөкүмәте Премьер- министрының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов оҙатып йөрөнө.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть