6 декабрь, Шишәмбе

01 июнь 2009 йыл, 16:48

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән!

«Башинформ»

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республика халҡын 1 июндә билдәләнгән Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:

"Хөрмәтле республика халҡы! Ҡәҙерле дуҫтар!

Һеҙҙе балалар йылмайыуы, күңел күтәренкелеге һәм изгелек менән тулы иң шатлыҡлы байрамдарҙың береһе — Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ихлас ҡотлайым! Ул беҙгә, өлкәндәргә, балаларыбыҙҙың ғүмере, сәләмәтлеге һәм именлеге өсөн ҙур яуаплылыҡ хаҡында иҫкә төшөрә.

Әсәлеккә һәм балалыҡҡа төрлө яҡлап ярҙам итеү республикалағы дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше булып тора. Беҙҙә "Башҡортостан Республикаһы балалары" Президент программаһы, балаларҙың сәләмәтлеген һаҡлауға, күп балалы һәм инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә адреслы ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән тиҫтәләгән республика һәм муниципаль программа тормошҡа ашырыла.

Республиканың йәш халҡы сәләмәт һәм белемле булып үҫһен өсөн яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, заманса физкультура-һауыҡтырыу комплекстары һәм башҡа спорт ҡоролмалары төҙөлә. Балаларҙы ижади яҡтан үҫтереү өсөн төрлө конкурстар үткәрелә, премиялар һәм гранттар тапшырыла. Һәр йәй барлыҡ мәктәп уҡыусыларына тиерлек шифаханаларҙа, профилакторийҙарҙа һәм йәйге лагерҙарҙа ял итеү һәм сәләмәтлеген нығытыу мөмкинлеге бирелә. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам күрһәтеүгә айырым иғтибар бүленә.

Ошо иҫтәлекле көндә атайҙарға һәм әсәйҙәргә, олатайҙарға һәм өләсәйҙәргә, балалар иғтибар һәм хәстәрлек менән солғап алынған һәм үҙҙәренең ижади һәм интеллектуаль ҡеүәтен тулыһынса тормошҡа ашыра алған ғаиләләрҙәге һәм коллективтарҙағы өлкәндәргә тәрән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.

Балаларға һөйөү һәм ғаилә йылыһы биреп, дәүләт ярҙамы күрһәтеп, тормошо, белем һәм тәрбиә алыуы өсөн шарттар тыуҙырып, улар өлкән быуындың данлы традицияларын дауам итер, яҡшы кешеләр, тыуған Башҡортостаныбыҙҙың һәм бөтә Рәсәйҙең ысын ватансылары булып үҫер, тип ныҡлы ышанабыҙ!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов".