4 декабрь, Йәкшәмбе

28 май 2009 йыл, 17:28

Башҡорт бал ҡорттары Монголияға "оса"

автор: Марият Артюхова

Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү институты Монголияға ебәреүгә 600 бал ҡорто пакетын һәм 150 инә бал ҡортон әҙерләй. Ебәреү датаһы 2 июнгә билдәләнгән.

Ғилми-тикшеренеү институтынан хәбәр итеүҙәренсә, шул рәүешле башҡорт тоҡомо бал ҡорттарынан алыҫ илдә боронғо кәсепте тергеҙә башлаясаҡтар.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, республика менән Монголия араһында бал ҡорттары ебәреү тураһында оҙайлы ваҡытлы контрактҡа быйыл февраль айында ҡул ҡуйылғайны. Контракт суммаһы ун миллион һумлыҡ тип билдәләнгән, ә ғәмәлдә булыу ваҡыты — 2014 йылға тиклем.

Әлеге ваҡытта Өфөлә директоры Чинзориг Жамцын етәкселегендә "Шаамарын тахой" кооперативы вәкилдәре бал ҡорттары пакеттарын комплектлауҙа ҡатнаша.

Әйткәндәй, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү институтының монгол партнерҙары менән хеҙмәттәшлеге былтыр башланғайны. Ул саҡта республикабыҙҙан бер нисә тиҫтә умарта оҙатылғайны. Монголия башҡорт бал ҡорттарын алыу менән генә ҡыҙыҡһынып ҡалманы, шулай уҡ Башҡорт дәүләт аграр университеты менән ғилми-методик тәьминәт тураһында ла контракт төҙөнө. Унда, атап әйткәндә, дуҫ илдән йәштәрҙе "умартасы" һөнәренә уҡытыуҙы ойоштороу тураһында һүҙ барҙы.