11 декабрь, Йәкшәмбе

28 май 2009 йыл, 17:27

Агросәнәғәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының зона кәңәшмәһе

автор: Булат Юлбарисов

3 июндән 6-һына тиклем Өфөлә Волга буйы федераль округы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренең республика, край, өлкә профсоюз комитеттары рәйестәренең кәңәшмәһе үтәсәк. Уның эшендә агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренең Үҙәк профсоюз комитеты рәйесе Наталья Агапова ҡатнашасаҡ, тип көтөлә.

Ауыл хужалығы производствоһын үҫтереү, профсоюздар эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген күтәреү мәсьәләләрен, ауыл халҡының, шулай уҡ аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренең социаль һәм хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау проблемаларын тикшереү планлаштырыла.

Агросәнәғәт комплексының республика профсоюз ойошмаһы рәйесе Фәнил Шәйхелисламов кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы республика профсоюзы эшмәкәрлеге менән таныштырасаҡ. Ҡунаҡтар Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез райондары ауыл хужалығы предприятиеларына барасаҡ, Башҡорт дәүләт аграр университеты ректораты һәм профактивы менән осрашасаҡ.