9 декабрь, Йома

28 май 2009 йыл, 17:25

Мортаза Рәхимов Ирандың Генераль консулы менән осрашты

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

28 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Иран Ислам Республикаһының Ҡазан ҡалаһындағы Генераль консулы Реза Багбан Кондори менән осрашты. Өфөгә ул "Газ. Нефть. Технологиялар-2009" халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн килгән.

Осрашыуҙа ике яҡлы сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте артабан киңәйтеү перспективалары тикшерелде. Башҡортостан Президенты дипломатты республикалағы социаль-иҡтисади һәм ижтимағи-сәйәси хәл менән таныштырҙы. Иран Консулы Мортаза Рәхимовҡа Иран делегацияһының "Газ. Нефть. Технологиялар-2009" күргәҙмәһенән тәьҫораттары хаҡында һөйләне. Реза Багбан Кондори Башҡортостандың нефть һәм газ ҡорамалдары етештереүсе предприятиелары менән бәйләнештәрҙе юлға һалыу менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.

Иран дипломаты фекеренсә, хәҙерге ваҡытта Башҡортостан менән Ирандың нефть-газ сәнәғәте һәм машиналар эшләү өлкәһендә үҙ-ара эш итеү перспективалары бар. Консул шулай уҡ студенттар менән алмашыу һәм Башҡортостан вуздарында Иран студенттарын техник һөнәрҙәргә уҡытыу теләген белдерҙе.

Осрашыу ваҡытында Башҡортостан делегацияһының хеҙмәттәшлек буйынса ҡайһы бер проекттарҙы тикшереү өсөн Иранға яуап сәфәре мөмкинлеге лә тикшерелде.

Рәсми осрашыуҙа Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Зиннур Мәрҙәнов ҡатнашты.