10 декабрь, Шәмбе

28 май 2009 йыл, 17:23

Көньяҡ Уралда "Евразиялылыҡ феномены" сығанаҡтары борондан килә

«Башинформ»

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов бөгөн Сибайҙа үткән "Башҡорт халҡының матди һәм рухи мәҙәниәтендә, этнографияһында һәм антропологияһында Евразиялылыҡ феномены" Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусыларға ҡотлау ебәрҙе. Ҡотлауҙа шулай тиелә:

"Башҡорт халҡының матди һәм рухи мәҙәниәтендә, этнографияһында һәм антропологияһында Евразиялылыҡ феномены" Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында хөрмәтле ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар!

Һеҙҙе Башҡортостандың файҙалы ҡаҙылмаларға, ғәжәйеп матур тәбиғәт объекттарына һәм ҡомартҡыларына бай, ҡунаҡсыл төбәктәренең береһендә тәбрикләүгә бик шатмын! "Башҡорт халҡының матди һәм рухи мәҙәниәтендә, этнографияһында һәм антропологияһында Евразиялылыҡ феномены" конференцияһының Башҡортостандың Урал аръяғы баш ҡалаһы Сибай ҡалаһында үтеүе осраҡлы түгел. Нәҡ бына ошо төбәктә Уралдағы башҡорт халҡының тарихи тамырҙары һәм легендар ата-бабалары тураһында һөйләүсе боронғо археологик ҡомартҡылар табылған.

Был төбәктә Көньяҡ Урал халҡының боронғо осорҙан алып этнографик бөгөнгөгә тиклем рухи үҙәге булып тороусы бөтә донъяға танылған Шүлгәнташ мәмерйәһе бар. Шүлгәнташ мәмерйәһен ололау башҡорт халҡының боронғо "Урал батыр", "Аҡбуҙат" эпостарында һәм башҡа риүәйәттәрендә сағылыш тапҡан. Шүлгәнташ мәмерйәһендәге хайуандар һүрәттәре, матди мәҙәниәт элементтары Көнбайыш Европа, Көнбайыш Себер һәм Алтай ҡомартҡыларына оҡшаш, улар Көньяҡ Уралдағы "Евразиялылыҡ феномены"ның боронғо сығанаҡтарына ишара итә.

Был уңайҙан Башҡортостандың Урал аръяғындағы Һынташты һәм Арҡайым кеүек беҙҙең эраға тиклем II мең йыллыҡ башы һәм уртаһының бронза быуаты ҡомартҡылары ла мөһим. Бындай ҡомартҡылар — Улаҡ һәм Силек — Баймаҡ районында асыҡланған, улар ҙа боронғо малсылар һәм металлургтарҙың ҡәлғәһе булып торған. Был ҡомартҡылар материалдарын анализлау бронза быуатында Көньяҡ Уралдың ул осорҙағы Евразия киңлегендә ҙур металлургия үҙәктәренең береһе булыуын күрһәтә.

Көньяҡ Урал тарихындағы сираттағы осор шулай уҡ төбәк халҡының Көнсығыш һәм Көнбайыш менән ныҡлы бәйләнештәре булыуы тураһында һөйләй. Иртә тимер дәүере ҡомартҡылары — бының асыҡ миҫалы, улар араһында Филипп ҡорғандарында Сармат аҡһөйәктәренең ҡәберлектәре иғтибарға лайыҡ. Ҡаҙылмалар авторы А.Х. Пшеничнюк етәкселегендәге "Евразияның алтын боландары" Сармат алтыны күргәҙмәһе бөтөн Евразия ҡитғаһын һәм Американы урап сыҡты тиерлек.

Археологтар тарафынан "Һун-Сармат дәүере" тип билдәләнгән башҡорт халҡының этник тарихындағы артабанғы дәүерҙәр, төрки ҡағанаттар, ҡимаҡ-ҡыпсаҡ, Алтын Урҙа һәм ул тарҡалғандан һуң айырым ханлыҡтар һәм урҙалар осорҙары, дөйөм алғанда, башҡорт халҡының Рәсәй дәүләтенә ҡушылғандан һуң бөгөнгө матди һәм рухи мәҙәниәтен билдәләй.

Һеҙгә һөҙөмтәле эш һәм яңы фәнни асыштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов".