8 декабрь, Кесе йома

28 май 2009 йыл, 17:21

Етем балалар файҙаһына хәйриә акцияһы

автор: Эльмира Сабирова

29 майҙан 3 июнгә тиклем Өфөнөң ҙур сауҙа үҙәктәрендә етем һәм ата-әсәләре баш тартҡан балалар өсөн бер тапҡыр ҡулланыла торған йүргәктәр (подгузниктар) йыйыу буйынса хәйриә акцияһы үтәсәк. Уны ойоштороусы — "Балаларыбыҙ" хәйриә фонды.

29 майҙан 31-енә тиклем бер тапҡыр ҡулланыла торған йүргәктәр йыйыуҙың ваҡытлыса пункттары "Ғаилә" сауҙа үҙәгендә асыла.

"Башҡортостан" сауҙа үҙәгендә улар июндең тәүге өс көнөндә ойоштороласаҡ. Эш көндәрендә был пункттар 16 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем эшләйәсәк, ә ял көндәрендә — 14 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем.

Акцияла һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн бер төргәк (бер нисәү булһа, бигерәк тә яҡшы) йүргәктәр һатып алып, уны ойоштороусыларға тапшырырға кәрәк, ә улар был йүргәктәрҙе республикабыҙҙың балалар йорттарындағы һәм дауаханаларындағы ата-әсәләре баш тартҡан сабыйҙарға алып барасаҡ.

Өҫтәмә мәғлүмәтте 273-71-70 телефоны аша йәки http://nashideti.org/ сайтында алырға мөмкин.