Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш проблемаларына арналған ведомство-ара семинар

Сәйәсәт

Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институтының "Ойошҡан енәйәтселеккә, террорсылыҡҡа һәм экстремизмға ҡаршы көрәштең актуаль проблемалары" ғилми-тикшеренеү лабораторияһы һәм Бөтә Рәсәй полиция ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе бөгөн Өфө юридик институтында "Ойошҡан енәйәтселеккә, экстремизмға һәм халыҡ-ара террорсылыҡҡа ҡаршы көрәш буйынса закондарҙы камиллаштырыуҙың хәҙерге заман проблемалары" ведомство-ара семинары үткәрә. Унда БР буйынса Эске эштәр министрлығы, РФ Прокуратураһы ҡарамағындағы Тикшереү комитетының БР буйынса Тикшереү идаралығы, РФ Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы вәкилдәре, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша.

Семинарҙа енәйәттәрҙе асыу һәм тикшереүҙең хоҡуҡи, процессуаль һәм криминалистик проблемалары, ойошҡан енәйәтселеккә, экстремизмға һәм халыҡ-ара террорсылыҡҡа ҡаршы көрәш өлкәһендә Рәсәй закондарын камиллаштырыу мәсьәләләре тикшереләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть