10 декабрь, Шәмбе

28 май 2009 йыл, 17:17

Өфө аэропорты халыҡ-ара конкурста еңеүсе булды

автор: Любовь Колоколова

"Өфө" халыҡ-ара аэропорты 2008 йылда "БДБ илдәренең иң яҡшы аэропорты" конкурсында "Интенсив үҫешеүсе аэропорт" номинацияһында еңеүсе булды.

БДБ илдәре граждандар авиацияһының "Аэропорт" ассоциацияһы тарафынан үткәрелгән был абруйлы конкурсҡа "Пассажир. Бөтә иғтибар!" 35-се Мәскәү халыҡ-ара конференцияһы һәм "Аэропорттар өсөн техника һәм ҡорамалдар" күргәҙмәһе сиктәрендә йомғаҡ яһалды. Был сараларҙа Өфө аэропорты вәкилдәре лә ҡатнашты.

"Аэропорт" ассоциацияһының Почет грамотаһы һәм конкурста еңгән өсөн статуэтка "Өфө" халыҡ-ара аэропорты" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Салауат Ҡотошовҡа тапшырылды. Предприятиеның матди-техник базаны үҫтереүҙәге, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итеүсе яңы технологиялар һәм хеҙмәтләндереүҙәр индереүҙәге ҡаҙаныштары шулай билдәләнде.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, 2007 йылда "Өфө" халыҡ-ара аэропортында киң реконструкция үткәрелде, бының һөҙөмтәһендә республиканың "һауа ҡапҡаһы" заманса йөҙ алды, пассажирҙар ағымы артты һәм күрһәтелгән хеҙмәтләндереүҙәр сифаты яҡшырҙы. Әлеге ваҡытта Өфө аэропортында Рәсәйҙә беренсе сит ил һауа судноларын хеҙмәтләндереү буйынса производство-техник база төҙөү тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Ил иҡтисады көрсөгө шарттарында предприятиеның эшмәкәрлеген камиллаштырыу буйынса аҙымдар яһала.