Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Йәмәғәт эштәрендә айына 10 мең һум алырға мөмкин

Иҡтисад

Хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү буйынса республика программаһы сиктәрендә ойошторолған йәмәғәт эштәре эшһеҙ граждандарға өс ай дауамында ярайһы уҡ табыш алыу мөмкинлеге бирә.

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эшһеҙҙәрҙән әлегә бик аҙҙар йәмәғәт эштәрендә арыу ғына аҡса эшләп табырға мөмкин булыуы хаҡында хәбәрҙар, — ти Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Дәүләт халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте идаралығының юридик бүлеге начальнигы Айҙар Биктаев. — Йәмәғәт эштәре уға йәлеп ителгән эшһеҙ өсөн яраҡһыҙ булған осраҡта, был кеше бер үк ваҡытта минималь хеҙмәт хаҡы күләмендә түләү һәм эшһеҙлек буйынса пособие ала. Әйтәйек, әгәр был пособие максималь күләмдә икән, дөйөм сумма айына ун мең һум самаһы килеп сыға. Шул уҡ ваҡытта бындай граждандарга матди ярҙам күрһәтеү ҙә закон менән тыйылмай.

Әгәр төҙөкләндереү буйынса эштәр ниндәй ҙә булһа махсус квалификация талап итмәүен иҫәпкә алһаҡ, ул күп кенә эшһеҙҙәр категорияһы өсөн яраҡһыҙ эш булып тора. Тимәк, уның ярҙамында лайыҡлы эш хаҡы алыу мөмкинлеге күптәр алдында асыла.

Был эш теге йәки был кеше өсөн яраҡлымы, түгелме булыуы халыҡты эш менән тәьмин итеү тураһындағы закон менән билдәләнә. Мәҫәлән, әгәр кеше элек инженер булып эшләһә, урамдарҙы төҙөкләндереү, әлбиттә, уның өсөн яраҡһыҙ эш буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта әгәр ошо уҡ инженер оҙаҡ ваҡыт эшһеҙ булып иҫәпләнһә, был инде уның өсөн яраҡлы эш буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть