5 декабрь, Дүшәмбе

27 май 2009 йыл, 16:50

Президент Куйбышев тимер юлы начальнигын ҡабул итте

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

Бөгөн, 27 майҙа, Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Республика йортонда Куйбышев тимер юлы начальнигы Сергей Кобзев менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Тимер юл начальнигы Президентты Башҡортостан бүлексәһендә магистралде яҙғы планлы тикшереү йомғаҡтары менән таныштырҙы. Тикшереү Сергей Кобзев етәкселегендәге махсус комиссия тарафынан үткәрелгән. Комиссия эше сиктәрендә белгестәр тимер юл предприятиеларын, станцияларҙы һәм техниканы тикшергән. Шулай уҡ магистралдең ҡыштан һуң торошо һәм участкаларҙың йәйге ваҡытта эшләүгә әҙерлеге баһаланған. Сергей Кобзев, Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе эшен комиссия ыңғай баһаланы, тип хәбәр итте.

Осрашыуҙа "Башпригород" акционерҙар компанияһын төҙөү мәсьәләһе ҡаралды. Яңы структура пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртырға тейеш. Хәҙерге ваҡытта компанияның эшмәкәрлеген регламентлаусы норматив акттар пакетын әҙерләү бара.

Шулай уҡ "Өфө" тимер юл вокзалын артабан реконструкциялау тураһында ла һүҙ алып барылды.

Осрашыуҙа БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин, Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе начальнигы Владимир Бучельников ҡатнашты.