11 декабрь, Йәкшәмбе

27 май 2009 йыл, 16:46

Мортаза Рәхимов Индонезия Илсеһе менән осрашты

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

27 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Индонезия Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Хәмид Авалудинды ҡабул итте. Ул Өфөгә "Газ. Нефть. Технологиялар-2009" ХVII халыҡ-ара махсус күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн килгән Индонезияның дипломатик делегацияһын етәкләй.

Осрашыу башында Мортаза Рәхимов дипломаттарға Башҡортостандың иҡтисади, социаль һәм мәҙәни үҫеше хаҡында һөйләне. Республика башлығы, Башҡортостан донъяның 100-ҙән ашыу иле менән тышҡы сауҙа бәйләнештәре булдырған, тип билдәләне.

Хәмид Авалудин Мортаза Рәхимовҡа республика баш ҡалаһында өс көн булыу һәм халыҡ-ара күргәҙмәгә барыуҙан алған тәьҫораттары хаҡында һөйләне. Дипломат фекеренсә, Башҡортостан менән Индонезия үҙ-ара файҙалы бәйләнештәр урынлаштырыу өсөн ҙур мөмкинлектәргә эйә. Хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе сифатында Индонезияның Рәсәйҙәге илсеһе нефть һәм газ эшкәртеүҙе атаны.

— Беҙ Башҡортостан вуздарында, атап әйткәндә, нефть университетында яңы инновацион технологиялар буйынса эшләү өсөн белгестәр әҙерләү яҡлыбыҙ. Һеҙҙең республикала нефть һәм газ эшкәртеү өлкәһендә бик ҙур тәжрибә тупланған, һәм уны Индонезияла уңышлы ҡулланырға мөмкин. Хәҙерге ваҡытта беҙҙең яғыулыҡ-энергетика комплексы һеҙҙең республикала етештерелгән заманса ҡорамалдарға мохтаж, — тине Хәмид Авалудин.