5 декабрь, Дүшәмбе

27 май 2009 йыл, 16:42

"Нефть һәм сәләмәтлек" Өфөлә

автор: Марият Артюхова

Бөгөн Өфөлә үткән "Нефть һәм сәләмәтлек" Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында нефть комплексында һаулыҡ менән бәйле булған бөтә нәмә ҡарала. Ул Рәсәй Нефть һәм газ сәнәғәтселәре конгресы сиктәрендә "Ғ" секцияһы тибында үтә. Был сараның мөһимлеге тураһында ойоштороу комитеты составы уҡ һөйләй, уға Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кешенең именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе, Рәсәйҙең баш дәүләт санитар врачы Геннадий Онищенко етәкселек итә.

Конференция Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты базаһында үтә. Унда ҡатнашыусылар дөйөм, шулай уҡ тар махсуслашыу мәсьәләләрен тикшерә. Мәҫәлән, һүҙ илдә хеҙмәт шарттары һәм профессиональ ауырыуҙар, зарарлы производство хеҙмәткәрҙәренә ентекле медосмотр үткәреүҙең роле, профессиональ хәүефтәрҙе баһалау проблемалары хаҡында бара.

Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы һәм Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан ҡабул ителгән билдәләмәгә ярашлы, хеҙмәт медицинаһы эшселәрҙең юғары дәрәжәлә физик, рухи һәм социаль именлеген нығытырға һәм һаҡларға бурыслы. Шуға күрә нефть сәнәғәте предприятиеларында был системаны ойошторғанда тармаҡтың ҡайһы бер үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырға кәрәк. Ул производство майҙансыҡтары төрҙәренең төрлөлөгө — вахта ҡасабаларынан алып завод-гиганттарға тиклем, ауыр климат шарттарында эшләү, тораҡ пункттарынан һәм дауалау-профилактика учреждениеларынан алыҫ булыу һәм башҡа факторҙар менән айырылып тора.

Хәҙер конференция секция ултырыштары режимына күсте. Уларҙың йүнәлештәре хаҡында атамалары уҡ күрһәтә: "Хеҙмәт медицинаһы", "Гигиена, экология һәм сәнәғәт токсикологияһы".