10 декабрь, Шәмбе

27 май 2009 йыл, 16:39

Журналистарҙы халыҡ иҫәбен алыуҙы яҡтыртырға өйрәтәләр

автор: Марият Артюхова

Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы 3 июндә киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек һәм уны үткәреү мәсьәләләре буйынса өйрәтеү семинары үткәрәсәк.

Семинарҙың бурысы — журналистарҙы халыҡ иҫәбен алыу тематикаһын ентекләп төшөнөргә, был темаға ҡараған факттар һәм тезистар менән оҫта эш итергә һәм мәғлүмәтте халыҡҡа аңлайышлы итеп еткерергә өйрәтеү.

Семинар барышында 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу үҙенсәлектәре, статистика органдарының иҫәп алыуҙа ҡыҙыҡлы новациялары һәм перспективалы эш йүнәлештәре, иҫәп алыуҙы ойоштороусыларға осраған проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары, халыҡ араһында мәғлүмәт-аңлатыу эше алып барыу, шулай уҡ Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда демографик хәл тураһында мәғлүмәттәр биреләсәк.

Семинар сәғәт 10-да башлана.