4 декабрь, Йәкшәмбе

27 май 2009 йыл, 16:38

Рәсәйҙең иң яҡшы лоббистары араһында Мортаза Рәхимовтың рейтингы күтәрелде

автор: Александр Зиновьев

Быйылғы апрель йомғаҡтары буйынса БР Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәйҙең иң яҡшы лоббистары араһында үҙ рейтингын күтәрҙе. "Лоббистар — төбәк лидерҙары" номинацияһында ул 17-се урынды биләй, март менән сағыштырғанда күрһәткесе өс пунктҡа яҡшырған.

"Профессиональ" номинацияла яҡташыбыҙ — РФ иҡтисади үҫеш министры Эльвира Нәбиуллина һигеҙенсе урынды биләй һәм "Бик көслө һөҙөмтәлелек" төркөмөнә инә. Ул үҙ коллегаһы, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры Татьяна Голикованан күпкә алда. Татьяна Голикова был номинацияға тәүге тапҡыр инде һәм 21-се урынды биләй.

Рәсәйҙең иң яҡшы лоббистары исемлеге "Независимая газета"ла баҫыла. Ул Иҡтисади яңылыҡтар агентлығы тарафынан әҙерләнгән.