Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Энергияны һаҡлау технологиялары төп сара булырға тейеш

Иҡтисад

Иҡтисадтың бөтә тармаҡтарында энергияны һаҡлау технологияларын файҙаланыу энергия ресурстары көрсөгөнә юл ҡуймау сараларының береһе булыуы мөмкин. Был турала Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтселәренең VIII конгресы пленар ултырышында Рәсәй нефть һәм газ инженерҙары йәмғиәте президенты Вячеслав Манырин белдерҙе.

— Йылдан-йыл энергия сығанаҡтарына талап арта, — тине Вячеслав Манырин. — 2030 йылға кешелектең энергия ҡулланыуы бөгөнгө менән сағыштырғанда 50 процентҡа артырға тейеш, тип күҙаллана. Беҙгә янаған энергия ресурстарының көрсөгөнә ҡаршы көрәштең һөҙөмтәле сараһы булып энергияны һаҡлау технологияларын ҡулланыу торорға тейеш.

Рәсәй Федерацияһы Президентының 2008 йылдың 4 июнендәге Указы менән 2020 йылға Рәсәй тулайым эске продуктының энергия талап итеүен 2007 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 40 процентҡа кәметеү бурысы ҡуйылды.

Көнбайыш Европа илдәрендә 20 процентҡа кәметергә планлаштырылған. Тәү ҡарашҡа, беҙҙәгенән кәмерәк.

— Әммә шуны иҫәпкә алырға кәрәк, — тине Вячеслав Марынин, — бөгөн Европа илдәрендә энергия талап итеү Рәсәйҙәгенән өс тапҡырға кәмерәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть