Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Китапханалар көнө менән!

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республика китапхана хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары — дөйөм Рәсәй Китапханалар көнө менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:

"Башҡортостан Республикаһы китапханаларының хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ — Китапханалар көнө менән ихлас ҡотлайым!

Китапханалар ерҙә изге бурыс үтәй — улар ысын-ысындан белем ҡорамы, милли мәҙәниәт байлыҡтарын һаҡлаусы аң-белем үҙәктәре булды һәм булып ҡала.

Бөгөн дә китапхана — ҡала һәм ауылдарҙың мәҙәни, белем биреү һәм мәғлүмәт инфраструктураһының төп элементтарының береһе, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индерә. Дәүләт власы органдары китапхана эшен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Республиканың китапхана фонды 40 миллион данаға етте һәм был илдә иң яҡшы күрһәткес. Китап уҡыусыларға беҙҙә йыл һайын 53 миллион самаһы баҫма бирелә, китапханаға былтыр 24 миллион тапҡыр килгәндәр. Китапханаларыбыҙ, уларҙың йәмғиәттең мәҙәни, интеллектуаль һәм рухи тормошондағы роле менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.

Республиканың китапхана тармағы алдында 2014 йылға тиклемге осорға айырым маҡсатлы үҫеш программаһын әҙерләү, берҙәм мәғлүмәт-китапхана селтәрен булдырыу, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың матди-техник базаһын яҡшыртыу бурысы тора.

Китапханалар киләсәктә лә белем, ижад һәм мәҙәниәт усағы булып ҡалһын. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, изге эшегеҙҙә бөтмәҫ көс-ҡеүәт һәм уңыштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов".

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть