5 декабрь, Дүшәмбе

27 май 2009 йыл, 16:30

Өфө июндә өс юбилейҙы билдәләргә әҙерләнә

автор: Булат Юлбарисов

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы эргәһендәге кәңәшмәлә Рәсәй көнөн, Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыуҙың 435 йыллығын һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына 255 йыл тулыуҙы байрам итеүгә арналған саралар планы ҡаралды.

Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса ҡала идаралығы начальнигы Исламетдин Мәмбәтов әйтеүенсә, байрам саралары 11 июндә Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыу тантанаһынан башланасаҡ, ә 12 июндә Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалынасаҡ. Һәйкәл алдындағы майҙанда ете ырыу тирмәһе ҡороласаҡ. Унда йыйылма ҡурайсылар ансамбле, шулай уҡ ХIХ быуат башҡорттарының һәм гусарҙарының хәрби формаһын кейгән артистар ҡатнашыуы сараға үҙенсәлекле бер йәм өҫтәйәсәк. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, шулай уҡ Учалы, Стәрлетамаҡ һәм Сибай филармониялары артистары тематик вокаль-хореографик композиция күрһәтәсәк. Байрамды "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле сығышы биҙәйәсәк.

12 июндә Ленин исемендәге майҙанда үтәсәк "Һөйәм һине, баш ҡалам!" байрамы хаҡында йәштәр сәйәсәте буйынса ҡала комитеты рәйесе Татьяна Коротеева һөйләне. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, киске йәштәр программаһын "Студент осрашыуҙары" гала-концерты асасаҡ. Бынан һуң ҡаланың профессиональ башҡарыусылары һәм коллективтары сығыш яһаясаҡ һәм "Электройәй" электрон музыка фестивале үткәреләсәк. Фестиваль тамамланғас, республика эстрада йондоҙҙары концерты буласаҡ. Традиция буйынса, байрам Ленин исемендәге майҙанда һәм "Моторҙар эшләүселәр" Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда сағыу фейерверк менән тамамланасаҡ.

Өфөлә юбилей сараларын үткәреү сиктәрендә спорт саралары серияһы планлаштырылған: милли көрәш буйынса Өфө асыҡ шәхси беренселеге, "Бейеү ритмында фитнес" фестивале, пляж волейболы буйынса турнир, көс экстримы һәм рафтинг буйынса ярыштар, ҡала паркур фестивале һәм урам баскетболы буйынса Өфө беренселеге.